Башҡорт йәштәренең берҙән-бер айлыҡ хәтәр шәп журналы 12+
Башҡорт йәштәренең берҙән-бер айлыҡ хәтәр шәп журналы 12+
Яңы һан Яҙылырға Шәхси кабинет

Һуңғы мәҡәләләр

Ҡыҙарып китте бит әле!

Уңышлы булыу серҙәре

Ҡыҙарып китте бит әле!
Хөрмәтулла илендә

Бер көнлөк сәхифә

Хөрмәтулла илендә
Ҡарабейә

Хаттарҙа - яҙмыштар

Ҡарабейә
Мин лайыҡлы йәшәргә тейеш

Бер көнлөк сәхифә

Мин лайыҡлы йәшәргә тейеш
Дуҫ

Әҙәп төбө - ғәҙәт

Дуҫ
12.12.2018
Шағирҙар улар пәйғәмбәрҙәр затынан...

Затлы заттар

“Шоңҡар”ға баш мөхәррир булып тәғәйенләнгәс, иң тәүгеләрҙән булып Рауил Бикбаев ҡотланы ла үҙенә саҡырып алды. Ҡулды ҡыҫҡас: “Водителең менән иҙән йыуыусыңды хөрмәт ит”, – тине. Һәм оҙон пауза. Ни әйтергә лә белмәйем. “Ул саҡта башҡаларҙың да ҡәҙерен белерһең”.

10.12.2018
Башҡалар ҡалаҡ күтәргәнсе, беҙ ашап өлгөрөргә тейеш...

Бер көнлөк сәхифә

– Кеше өсөн иң мөһиме – һаулыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ҡәҙерен баһалап бөтмәйбеҙ, организмыбыҙҙы тыңлай белмәйбеҙ. Ғәҙәттә, кешеләр йөрәк нисек һыҙлауын аңлап етмәй. Күкрәк артындағы ауыртыуҙы йыш ҡына үҙәк көйөү менән бутап, иғтибар итмәйҙәр. Ә ул сир үҙ аллы ғына үтмәй. Әгәр кеше ҡапыл үҙен насар тоя башлай икән, тәү сиратта тиҙ ярҙам саҡыртырға кәрәк. Инфаркт хәлендәгеләргә аспирин дарыуын эсерергә, ә нитроглицерин таблеткаһын тел аҫтына һалырға кәрәк. Тәүге ярҙам күрһәтеү – үпкәне яһалма эшләтеү һәм йөрәккә массаж яһай белеү – һәр кемдең бурысы.
Һуңғы йылдарҙа оло ағай-апайҙар ғына түгел, йәштәр ҙә дауахана тупһаһын йыш тапай башланы. Быға тәү сиратта стрестар, алкоголь, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәр һәм аҙ хәрәкәтле йәшәү рәүеше сәбәпсе. Һау булырға теләһәгеҙ, спортты яратырға һәм сәләмәт тормош алып барырға кәңәш итер инем. Аҙыҡҡа ла үтә талапсан булырға, күберәк йәшелсә-емеш, майһыҙ ризыҡтар, ҡыҙыл ит ҡулланырға кәрәк.

10.12.2018
“Аҫһалар ҙа, киҫһәләр ҙә, башҡортҡа кейәүгә сығам!”

Шәп замандаш

Интернетта Мәскәүҙәге башҡорт студенттарының берҙәмлеген күреп хайран ҡалырлыҡ. Улар төрлө тренинг, түңәрәктәргә йөрөй, спорт менән шөғөлләнә, уҡыуҙа ла һынатмай. Шундай шәп хәрәкәтле ҡалала юғалып ҡалмай, үҙ йәмғиәтен булдырып, милләтебеҙҙең булмышын, мәҙәниәтен танытып уҡый, эшләй улар. Бөгөн шундай әүҙем студенттарҙың береһе, башлап яҙыусы блогер ЫНЙЫ ӘБСӘЛӘМОВА менән таныштырырға булдым! Ҡыҫҡа ғына әңгәмәбеҙҙә уның ысынлап шәп ҡыҙ икәнен тойомларға мөмкин.

09.12.2018
Йондоҙ түгел, ул бит Черниковка малайы

Күңел һандығы

Һуңғараҡ ҡулына баян ала башлай Радик. Атаһы мәрхүм була, аҡса еткереп булмай. Иптәш малайҙары менән подъезда гитара ла сиртергә өйрәнә. Эңерҙә, әсәй берәй йыр йырла әле, мин уйнап ҡарайым, тип Нәфисә апайға өндәшә.

– Инәлтмәйем, йырлап маташам, ул ҡурайҙа, йә баян-гитарала кәрәкле көйҙө табып уйнап ебәрә. Килеп сыҡҡан да кеүек. Таңғы бишкә тиклем үҙ бүлмәһендә йә кухняла уйнап ултыра торғайны. Тыйманым.

07.12.2018
Ялҡынһыҙ янған әҙәмдәр тураһында

Мөғжизәле донъя

Томск ҡалаһында өс йыл эсендә генә бындай биш осраҡ теркәлгән. Меженин ҡошсолоҡ фабрикаһының электригы Александр газ ҡаҙандары бинаһына төнгө дежурға тип килә. Телефондан шылтыратып, йә күршеләге складҡа инеп, ундағы егеттәр менән гәп һатып, дежурлыҡ сәғәттәренең тиҙерәк үтеүен көтә. Шулай сираттағы сығыуында күрше корпуста төнгө сменала эшләүсе дежур ҡыҙҙарҙың тамаҡ ярып ҡысҡырғандарын ишетеп ҡала. Тауыш склад яғынан килә һәм ир шунда ташлана. Склад бинаһының ишеге янында ул бер нисә метр бейеклеккә ашҡан ғәжәп ялҡын күрә. Тәбиғи ялҡын булһа бер хәл, әммә Александр күргәне – аҙашы Александрҙың кәүҙәһенән сыға. Юҡ, өҫтөнә бензин һипкән йә кейемгә ут ҡапҡандағы кеүек түгел, ә икенсе төрлө, әйтерһең дә уның кәүҙәһе тулыһынса яғыулыҡ матдәһенән генә тора. Ҡыҫҡаһы, янғын һүндереүселәр килеп етеүгә, әлеге егеттең кәүҙәһенән көйөп янған бәләкәй бер киҫәк кенә тороп ҡалған була.

07.12.2018
Йәшәйеш ҡото

Фекер

Операциянан һуң Мария менән тағы бер бүлмәгә тура килдек. Уның хәле ауыр ине - телдән ҡалғайны. Борсолорға ярамай, мөмкин тиклем тыныс булырға кәрәк. Марияның яңынан теле асыласағына ышандыралар табиптар. Тик был шатлыҡтың ҡасан булырын ғына аныҡ әйтә алмайҙар. Бер көн Марияның теле асылды. Ул шул тиклем ҡыуанды. Күҙҙәрендә аңлатып биргеһеҙ шатлыҡ осҡондары һирпелә ине. Миңә лә ни типтер өндәште, балаларына ниҙер әйтте. Әммә уның һүҙҙәрен бер кем дә аңламаны. Мария ымлап та, ишара менән дә аңлатырға маташа. Балалары уны аңлай алмағандарына борсола башланы. Өс балаһы бер-береһенә ҡарашып алған булалар ҙа, аптырашалар. 
- Нимә ти ул? Һүҙҙәре аңлашылмаймы ни, аңламайһығыҙмы ни? - тип һорайым мин дә Мария өсөн борсолоп. 
- Ул ауылса, өләсәй кеүек һөйләшә. Беҙ уны аңламайбыҙ, - тине ҡыҙы. 
- Ауыл теле тигән тел булмай ул. Ниндәй телдә әйтә ул? Ниндәй милләт? - тип һорайым. 
- Башҡорттар беҙ. Тик бер генә тапҡыр ҙа һөйләшмәнек ул телдә, - тине өлкән улы. Ә әсә кеше һаман ниҙер аңлатырға тырыша, өҙгөләнә. 

04.12.2018
Башҡорт түрәләре кейгән кейем Ҡыҙыл ҡалпаҡ менән күк елән…

Тарихнамә

Башҡорт халҡының тарихы кеүек үк, уның милли кейеме лә күп төрлө һәм үҙенсәлекле. Боронғо һүрәттәр тап ошо хаҡта һөйләй.

Бөтә мәҡәләләр
Акция "Я горжусь тобой, Башкортостан!"
Как Вы считаете?





  
һорауҙар АРХИВы
ФК «Уфа» - 7 фактов которые вам надо знать

ФК «Уфа» - 7 фактов которые вам надо знать